+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
7 Декабрь 2023, 12:00

Беҙ – ҡурайсылар

Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбендә Әсә көнөнә арналған концерт үтте. Барыбыҙ ҙа матур сығыш яһаныҡ.

Беҙ – ҡурайсыларБеҙ – ҡурайсылар
Беҙ – ҡурайсылар

Беҙ синыфташтарым менән хор һәм ҡурай менән шөғөлләнәбеҙ. “Дуҫлыҡ” ҡурай ансамбленең кесе составына инәбеҙ. Йырға өйрәтеүсе Ольга Анатольевна Мартыноваға, ҡурайҙа уйнау серҙәрен асыусы Фәим Салауат улы Ғайсинға һәм байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Алда беҙҙе ижади уңыштар көтһөн!

Таһир РӘХИМОВ,

II синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

ҺҮРӘТТӘ: Илхан КИЛДИН, Таһир РӘХИМОВ, Реналь ӘХМӘТЙӘНОВ, Әмир АБДРАХМАНОВ, Ильмир ТӘМИНДӘРОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас