

Егет кеше өсөн илде һаҡлау элек-электән изге бурыс һаналған. Ул йәше етеү менән мотлаҡ Ватаныбыҙ һағына баҫырға тейеш. Хеҙмәт итеү осоронда егеттәр етди һынау үтеп, тормош тәжрибәһе туплап, физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да нығынып ҡайта.
Бөгөнгө осрашыуға килгән егеттәр Инйәр Сурин, Рәлис Сурин, Илнар Ишемғолов һәм Булат Илембәтов үҙҙәренең Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәүе хаҡында һөйләп, уҡыусыларҙы әрме хеҙмәтенән ҡурҡмаҫҡа, спорт менән дуҫ булырға, тырышып уҡырға өндәне. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алдылар.
Шулай уҡ Әбеш ауылы старостаһы Йыһанур Зиннур улы әрме хеҙмәте тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.
Осрашыу уҡыусылар өсөн тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле булды. Бындай саралар балаларҙа Тыуған ил һаҡсылары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы,
Әбеш ауылы.