

108-се мәктәптең йәш армеецтары – Совет районының әүҙем уҡыусыларының береһе. Ошо көндәрҙә тап уларҙы тарих һаҡсылары рәтенә алдылар ҙа инде. Ҡунаҡтар балаларға махсус билдә тапшырҙы. Хәҙер VII "Г"-ларҙың бурысы – тарихыбыҙҙы һаҡлау, яҡлау, популярлаштырыу.
VII "Б"-лар иһә йәш армеецтар сафын тулыландырҙы. Улар ҙа йәштәштәре кеүек төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыр, мәктәп данын күтәрер!