+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
21 Декабрь 2023, 06:46

Ағинәйҙәр килде ҡунаҡҡа!

Беҙҙә матур осрашыу булды.

Ағинәйҙәр килде ҡунаҡҡа!Ағинәйҙәр килде ҡунаҡҡа!
Ағинәйҙәр килде ҡунаҡҡа!
В.И.Ленин исемендәге 2-се интернат-лицей уҡыусылары менән яҡындан аралашырға ағинәйҙәр килде. Милли кейемле инәйҙәр балалар күңеленә юл таба алдылар.
Ошонда йәш сағында тәрбиәсе, уҡытыусы, пионервожатый булып эшләгән Гөлшат Мөхәмәтйән ҡыҙы таныш синыф бүлмәһендә Башҡорт теле дәресен дә уҙғарып алырға өлгөрҙө. Лицеистар тапҡыр яуаптары менән шатландырҙылар. Ағинәйҙәребеҙ беҙҙе йырлап та, бейеп тә, тасуири шиғырҙар һөйләп тә ҡыуандырҙы. Бергәләп "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры башҡарылды. Туған телебеҙҙе яратырға, башҡорт милләте балаһы исемен лайыҡлы йөрөтөргә өндәнеләр.
Уҡыусылар ҙа йырлап үҙ һәләттәрен күрһәтте.
"Йәш хәбәрсе" түңәрәгендә шөғөлләнеүсе Ҡарамышева Фирзәлиә, Мөхәмәҙуллина Зарина, Ҡыуандыҡова Сөмбөл, Яҡшыбаева Әлиә үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡынылар.
Илгәҙәк ағинәйҙәр менән бәйләнеште киләсәктә лә дауам итергә һүҙ беркетелде.
З.Үтәғолова, К.Сәлимовтар әсә теленә арналған шиғырҙарын һөйләне.
 
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Ағинәйҙәр килде ҡунаҡҡа!
Ағинәйҙәр килде ҡунаҡҡа!
Ағинәйҙәр килде ҡунаҡҡа!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас