+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
22 Декабрь 2023, 05:34

Рәхәтләнеп уҡырҙар!

Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбенә уҡыу кабинеттары өсөн яңы ҡорамалдар килеүен дауам итә.

Рәхәтләнеп уҡырҙар!Рәхәтләнеп уҡырҙар!
Рәхәтләнеп уҡырҙар!

Химия, физика һәм биология бүлмәләрендәге заманса уҡыу-лаборатория ҡорамалдары тикшеренеүҙәр өсөн файҙаланыласаҡ. Шулай уҡ интерактив панелдәр, электрон китапхана, музыка ҡорамалдары, спорт инвентары, хеҙмәт кабинеты өсөн инструменттар һәм станоктар, башланғыс синыфтарға уҡыу-ҡулланма материалдары, робототехник йыйылмалар һәм 3D-принтерҙар килде. Тағы планшеттар, ноутбуктар, аудиокитаптар... Нимә генә юҡ! Уларҙың дөйөм хаҡы – 55 миллион 886 мең 589 һум 95 тин. Йәнә география, математика, тарих, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, химия, астрономия, музыка, рәсем, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре кабинеттары өсөн ҡорамалдар килеүен көтәбеҙ.

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Рәхәтләнеп уҡырҙар!
Рәхәтләнеп уҡырҙар!
Рәхәтләнеп уҡырҙар!
Рәхәтләнеп уҡырҙар!
Рәхәтләнеп уҡырҙар!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас