+4 °С
Ясно
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
25 Декабря 2023, 05:20

Музейға сәйәхәт

Мәктәбебеҙҙең V – VII синыф уҡыусылары 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын барып күрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Музейға сәйәхәтМузейға сәйәхәт
Музейға сәйәхәт

Ул ҡалабыҙҙың Дим районында урынлашҡан. Уҡыусылар Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә данлыҡлы дивизияның хәрби юлы күрһәтелгән “Еңеүгә юл ” видеолекторийын ҡараны. Төрлө фотолар, документтар, ҡоралдар, наградалар, хәрби форма, һуғыш заманына хас шәхси әйберҙәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары... Был экспонаттарҙың һәр береһе тарих һаҡлай. Улар менән ихлас таныштыҡ.

Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән был сара бик фәһемле булды, барыһына ла оҡшаны. Уҡыусыларға музей хаҡында йәнле итеп һөйләгән хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

 

Ләйсән БӘХТИЙӘРОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Өфө ҡалаһы.

110-сы мәктәп.

 

Музейға сәйәхәт
Музейға сәйәхәт
Музейға сәйәхәт
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас