+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
28 Декабрь 2023, 07:00

Дуҫтарыбыҙ күберәк булһын ине

Башҡорт теле көнө алдынан Дүртөйлө ҡалаһында булып ҡайттыҡ. Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһын күрергә барғайныҡ. Бәхетебеҙ бар икән. Был көндө ҡалала райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылғайны. Улар өсөн 2-се лицейҙа башҡорт теле буйынса семинар ойошторолдо.

Дуҫтарыбыҙ күберәк булһын инеДуҫтарыбыҙ күберәк булһын ине
Дуҫтарыбыҙ күберәк булһын ине

Бер осрашыу – бер ғүмер, тиҙәр. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Бергәләп асыҡ дәрестәр ҡараныҡ. Уҡытыусылар эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Уҡыусыларҙың әүҙем булыуҙары, башҡорт телен өйрәнергә тыршыуҙары һоҡландырҙы.
Уҡытыусылар менән «Йәншишмә» тураһында ла һөйләштек.
– Гәзитте алдырабыҙ, уҡыйбыҙ. Дәрестә лә ҡулланабыҙ. Уның менән дуҫлығыбыҙ дауам итер, – тине күптәнге танышыбыҙ, яҡын дуҫыбыҙ, Назар Нәжми исемедәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Руфина Зәки ҡыҙы Камалова.
Башҡа мәктәптәрҙә лә «Йәншишмә»гә яҙылыусылар күберәк булһын ине. Шул теләгебеҙҙе еткерҙек уҡытыусыларға. Хәҙер инде уларҙан хаттар ҙа көтөп алабыҙ. Ни тиһәң дә, телде өйрәнгәндә, балаларҙа милли рух тәрбиәләгәндә гәзитебеҙҙең файҙаһы күп бит ул.



Автор:Мирсәйет Юнысов
Читайте нас