+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
29 Декабрь 2023, 11:35

Сәләмәт тормош яҡлылар

Өфөләге 108-се мәктәп урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында ҡатнаша. Улар белем усағы биләмәһенә яңы асфальт һалыу буйынса проект тәҡдим итә.

Сәләмәт тормош яҡлыларСәләмәт тормош яҡлылар
Сәләмәт тормош яҡлылар

Программа уңайынан мәктәп төрлө саралар үткәреп тора. Мәҫәлән, “Беҙ – сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы” флешмобы дөрөҫ туҡланыуҙы, спорт менән шөғөлләнеүҙе пропагандалауға һәм тәмәке тартыу, алкоголизмға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән.

Флешмобта ҡатнашыусылар сәләмәт ризыҡтың рецептары менән уртаҡлаша, спорт саралары үткәрә, тәмәке һәм алкоголдең зыяны тураһында фекер алышыуҙар ойоштора. Мөмкин тиклем күберәк кешенең иғтибарын йәлеп итеү өсөн улар видео, фото һәм социаль селтәрҙәрҙәге посттар рәүешендә башҡаларға күрһәтелә.

Ә һүрәттә һеҙ “Ҡар десанттары” акцияһында ҡатнашыусыларҙы күрәһегеҙ. Уңыштар!

Сәләмәт тормош яҡлылар
Сәләмәт тормош яҡлылар
Сәләмәт тормош яҡлылар
Сәләмәт тормош яҡлылар
Сәләмәт тормош яҡлылар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас