

әүҙә төрлө йылдарҙа эшләгән остаздар тураһында мәғлүмәт туплап, альбомдар төҙөнөк. Һуңғы йылдарҙағы мәктәп тормошон сағылдырған фотолар иһә коридорҙың бер биҙәгенә әүерелде.
Уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Биология фәненән белем биреүсе Мөхәмәт Түлебаевтың «Аш һеңдереү» тигән дәресе бик ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды. Математика уҡытыусыһы Рифа Йәғәфәрова иһә үҙ фәнен ябай һәм аңлайышлы итеп төшөндөрҙө. Мәктәп интернатында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Динә Ҡәнәфина менән Сәғирә Ғәлиуллина сәйлән ярҙамында түшелдерек биҙәргә һәм кейеҙҙән муйынсаҡ яһарға өйрәтте. Нурбикә Ҡәнәфинаның балаҫ һуғыу оҫталығы барыһын да хайран ҡалдырҙы. Төрлөсә киҫеп, нағышлап, һырлап тегеү серҙәрен аңлатты ул. Барлығы йөҙләп балаҫ һуҡҡан. Сағыу эштәре Шығай мәҙәниәт йортон биҙәй. Ә Сәлимә Татлыбаева менән Фәнүзә Шәрәфетдинова балаларға онотолоп барған бейеүҙәрҙе күрһәтте. Шулай уҡ урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Вәсилә Әбсәләмова менән Зилә Сәйфуллинаның ҡул эштәренә һоҡланып туйманыҡ.
Тантананың икенсе өлөшөн иһә матур сығыштар биҙәне. Уны Маһира Сөнәғәтова менән Гөлсинә Сәхәүетдинова әҙерләгәйне. Шиғыр, йыр һәм бейеүҙәр ҡунаҡтар өсөн ҙур бүләк булды. Уҡытыусыларҙан Фәниә Зарипова, Венера Хәбирова, Гүзәл Йомағужина, Эльвира Сәйәхова, Лилиә Шиһапова, Диләфрүз Әбүталиповалар үҙҙәре лә өҙә баҫып бейене. Ныҡ оҡшаны!
Мәктәп директоры Лилиә Шиһапова уҡытыусыларҙың уңыштарын барланы, уларҙың уҡыусылар менән төрлө конкурс-олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып тороуын билдәләне.
Мәктәбебеҙҙе тамамлап, әле уңышлы эшләп йөрөүсе элекке уҡыусыларыбыҙ Нәғимә Халиҡова, Бибинур Ямалетдинова, Иршат Шәғәлин, Гөлизә Шайморатова, Илүзә Баймөхәмәтова, Гөлнара Хажина, Рөстәм Сәхийәров видеоҡотлау аша изге теләктәрен еткерҙе. Еңел булмаған уҡытыусы эшен юғары баһалап, беҙгә уңыштар, һаулыҡ, сабырлыҡ теләнеләр.
Коллектив «Йәйғор нурҙары», «Уҡытыусыма» йырҙарын башҡарғас, ветеран уҡытыусыларҙың да күңелдәре елкенеп, сәхнә түрендә «Бүләк» йырын яңғыраттылар. Матур сара сәй эсеү менән тамамланды. Киләсәктә лә быуындар бәйләнешен өҙмәй, осрашып торорға яҙһын.
Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.