Белем усағыбыҙҙа төплө белем һәм дөрөҫ тәрбиә биреү йүнәлешендә маҡсатлы, эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бөтә талаптарға тап килгән заманса уҡыу кабинеттары, ашханала тәмле, сифатлы туҡланыу, директор Наталья Михайловна Синина етәкселегендә берҙәм татыу коллектив уҡытыусыларының тырышлығы менән тыуҙырылған уңайлыҡтар – барыһы ла бар.
2023 йыл бик уңышлы, һөйөнөслө булды. Мәҫәлән, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» конкурсында 1-се урын яулап, диплом менән бүләкләндек.
Уҡыусыларҙың тәбиғи һәләттәрен асыу, үҫтереү өсөн күп көс һалабыҙ. Төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү ҙә бит баланың киләсәктә һөнәр һайлауына ҙур этәргес булып тора. Уҡыусыларыбыҙ халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк-ара, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәшә.
«Беренселәр хәрәкәте» активистары Мәскәү ҡалаһында уҙған халыҡ-ара күргәҙмә-форумында ҡатнашты һәм киләсәккә үҙҙәренә тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар менән ҡанатланып ҡайтты.
Беҙҙә уҡыусыларҙа илһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә лә етди иғтибар бүленә. Ветерандарыбыҙға ярҙам итеү, байрамдарға саҡырыу, «Изге эштәр эстафетаһы», «Ветеран», «Хәтер вахтаһы» акцияларында ҡатнашабыҙ.
Ноябрь айында беҙҙең мәктәбебеҙҙә бик ҙур яуаплылыҡ менән Еңеү, Дәүләт оборона комитеты һәм Үлемһеҙ полк байраҡтарын ҡабул итеү тантанаһы үтте. Һуңынан 21-се ҡала клиник дауаханаһының хәрби табип-анестезиологы Андрей Спиридонов менән йәнле дәрес-осрашыу булды. Ҡунағыбыҙ Юғары хәрби академияны уңышлы тамамлап, төрлө һуғыш яландарында булыуы тураһында һөйләп, уҡыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуаптары менән һоҡландырҙы.
Башҡортостандың Ҡоролтай депутаты, дүрт тапҡыр паралимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Айрат улы Зарипов менән осрашыу бер уҡыусыны ла битараф ҡалдырманы. Ул: «Тормош – көрәш. Йәшәйешенең маҡсаты изгелек булған, ауыр саҡта битараф ҡалмаған, тәрбиәле, рухи яҡтан көслө булып үҫкән бала бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫ», – тине.
Барыһына ла өлгө булырлыҡ уҡыусылар хаҡында ла һөйләгем килә. IX синыф уҡыусыһы Даниэль Абдуллин, мәҫәлән, төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, бик күп еңеүҙәр яуланы. Сентябрь айында Ярославль ҡалаһында сығыш яһап, «Иң яҡшы социаль проект» еңеүсеһе булды. Мәктәбебеҙҙең ирекмәндәр хәрәкәтенең етәксеһе лә үҙе. Спортта алдынғылар рәтендә. Киләсәге лә ышаныслы, яҡты булыуына ышанабыҙ. Был уңышында уҡытыусыһы Эльвира Шәфҡәт ҡыҙы Рәхмәтуллинаның өлөшө ҙур.
Йәнә VI синыфтан Руфина Хәлитова менән Наҙгөл Шөғөроваға һоҡланмау мөмкин түгел. Уҡыу алдынғылары, төрлө бәйгеләрҙә беренселәр. Үҙҙәре ябайҙар, өлгөрҙәр, талапсандар, ҡуйған маҡсаттарына ынтылыусандар.
IX синыф уҡыусыһы Тигран Элояндың иһә иң яратҡан шөғөлө – спорт. Бар яҡшылыҡ, әҙәп – ғаиләнән, тиҙәр. Егеттең ата-әсәһе бәләкәй саҡтан уҡ уның күңел һандығына изгелек, матурлыҡ һалғаны күренеп тора. 2024 йылдың ғинуар айында грек-рим көрәше буйынса Саранск ҡалаһында үтәсәк ярышта Башҡортостан данын яҡлаясаҡ ул.
Мәктәп китапханаһында үткәрелгән тематик сараларҙың, күргәҙмәләрҙең, төрлө ижади конкурстарҙың да уҡыусыларҙың рухи үҫешендә роле бик ҙур. Китапханасы Ирина Александровна Бабина эшен ихлас башҡара. «Нур» һәм «Акварель» бейеү ансамблдәре етәкселәре Әлиә Шамил ҡыҙы Яҡупова һәм Лена Ғәли ҡыҙы Дәүләткирәева ла тамашасыларҙы һөйөндөрөп, уңышлы эшләй. Һәр байрамда балалар сағыу сәхнә кейемдәрендә оҫта сығыш яһай.
Киләсәктә лә тик еңеүҙәр насип булһын, уҡыусыларым, коллегаларым!
Мәүзилә ҮТӘЕВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө районы, Ноғай ауылындағы 147-се мәктәп.