+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
9 Ғинуар 2024, 04:37

Төҫтәр байрамы

Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында һәр йыл аҙағында “Төҫтәр байрамы” уҙа. Быйыл да был йолаға тоғро ҡалдыҡ.

Төҫтәр байрамыТөҫтәр байрамы
Төҫтәр байрамы

Егерме алтыһы – ҡыҙыл, егерме етеһе – йәшел, егерме һигеҙе – зәңгәр, егерме туғыҙы һары төҫтәрҙән кейендек. Декабрҙең һуңғы көндәрендә синыфыбыҙ ҡыҙыл раузалар баҡсаһын, йәшел хәтфә үләнде, аяҙ күк йөҙөн, көләс ҡояшты хәтерләтте. Сағыу күлдәк, итәк, салбар, кофта кейгән, галстук, түшелдерек, аллы-гөллө таҫмалар таҡҡан уҡыусыларын уҡытыусыбыҙ Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы Хасаева көн һайын фотоға төшөрөп барҙы.

Алтынай УРМАНШИНА,

II “В” синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы,

Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас