+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
16 Ғинуар 2024, 10:00

Беҙҙән – биш проект

Республика мәктәптәрендә инициативалы бюджетлау проекттары конкурсы старт алды.

Беҙҙән – биш проектБеҙҙән – биш проект
Беҙҙән – биш проект

Беҙҙең уҡыусылар бәйгегә ҙур теләк менән ҡушылды. Проекттар һайлау буйынса әүҙем эш башланды. Өлкән синыф уҡыусылары 5 проект тәҡдим итте: “Тамаша залы – ижади үҫеш үҙәге”, “Физик күнекмәләр залы”, “Был – беҙҙең тарих юлдары”, “Сихри костюмдар”, “Сәләмәт быуын”.

Командалар капитандарын һайланылар. Әлеге ваҡытта  проекттарҙың паспортын төҙөү, презентациялау буйынса эш алып барыла. Уҡыусылар командала эшләргә, эҙләнеүҙәр үткәрергә, үҙ идеяларын башҡалар алдында яҡларға, финанс грамоталылығын күтәрергә һәм бюджет процестарын аңларға өйрәнә.

Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ!

 

В. МИНДИЙӘРОВА.

Ҡыйғы районы,

Абзай мәктәбе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас