Бөгөнгө заманда алдынғы технологиялар – уҡыуҙа иң кәрәкле эш ҡоралы. Әлеге ваҡытта беҙ мәктәптә ҡулланған компьютерҙар һаны аҙ һәм улар бик иҫке. Интернет булһа ла, техника йыш боҙолоу сәбәпле ул юғалып бара. Мобиль компьютер класын булдырыу беҙҙең ошо мөһим проблеманы сисергә ярҙам итер ине. Беҙ проектта ҡатнашып, еңеүебеҙгә ышанабыҙ!
Фәрзәнә ЫРЫҪҠУЖИНА.
Әбйәлил районы, Яңы Һамар мәктәбе.