V синыф уҡыусылары – “Тәмлетамаҡ”, VI синыф – “Информатика кабинеты”, VII синыфтар “Заманса китапхана” проекттарын тәҡдим итте. Һигеҙенселәр – “Уңайлы мөхит”, туғыҙынсылар иһә “Кәйефтәр залы” эше менән сығыш яһаны.
Проекттарҙы ҡарағандан һуң, Гөлнара Сәғәҙәт ҡыҙы Сәйфуллина етәкселегендәге VI синыф уҡыусыларының эше иң ҡыҙыҡлыһы һәм кәрәклеһе тип табылды. Ул республика кимәлендәге бәйгелә ҡатнашасаҡ. Уңыштар!
Ғаяз ХӘМЗИН, VI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы.