+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
17 Января 2024, 10:00

Ижади студия проекты хупланды

Инициатив бюджетлау – мәктәп уҡыусыларының мөһим проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Хөкүмәт ярҙамын алыуҙа ҙур мөмкинлек ул. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт интернат-гимназияһы был проектта ҡатнашырға хоҡуҡ бирелгән мәктәптәр исемлегенә ингән.

Ижади студия проекты хупландыИжади студия проекты хупланды
Ижади студия проекты хупланды

Беҙҙең уҡыусылар алты йүнәлеш буйынса эштәрен тәҡдим итте:

– “Сенсорлы бүлмә”;

– “Ял утрауы” зонаһы;

– “Мәргән уҡсы” мәктәп тиры;

– “Дарман” музыкаль студияһы;

– “Спорт – һәр кем өсөн” заманса спорт майҙансығы;

– “Минең гардеробым”.

Уҡыусылар аҙна дауамында үҙҙәренең проекттарын яҡланы. Һәр төркөм үҙ эшенә ҡыҫҡаса аңлатма бирҙе, уның актуаллеген, социаль мөһимлеген билдәләп үтте, маҡсатын, мәсьәләләрен, көтөлгән һөҙөмтәһен атаны. Проектты һайлап алыу өсөн тауыш биреүҙә барыһы ла ҡатнашты. Тәҡдим ителгән эштәр бик ҡыҙыҡлы ине. Күптәр “Дарман” студияһы өсөн тауыш бирҙе. Проект буйынса ижади студия ойоштороу планлаштырыла. Ул уҡыусыларҙың тәбиғәт биргән һәләттәрен күрһәтә алыу мөмкинлеге булып тора. Бында моң донъяһына әйҙәүсе сәхнә, йыр сәнғәте тураһында мәғлүмәти стендтар, милли музыка ҡоралдары, заман талаптарына тура килеп йыһазландырылған майҙансыҡ буласаҡ. Үҙәк тел ҡәҙерен белгән алып барыусыларҙы, йыр-моң сәнғәте әһелдәрен әҙерләүсе ижади тимерлек булыр, тип көтөлә.

 

Э. САДИҠОВА.

Ейәнсура районы.

 

Ижади студия проекты хупланды
Ижади студия проекты хупланды
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас