+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
17 Ғинуар 2024, 16:00

Ҡуян йылы менән хушлаштыҡ

Яңы йыл алдынан Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында башланғыс синыфтар өсөн иртәлектәр үткәрелде.

Ҡуян йылы менән хушлаштыҡҠуян йылы менән хушлаштыҡ
Ҡуян йылы менән хушлаштыҡ

«Нәфис һүҙ оҫтаһы» ижади берләшмәһе ағзалары, Х синыф уҡыу­сылары байрамды бик оҫта ойоштор­ҙо. Кескәйҙәр уйнаны, йырланы, бейене, Ҡыш бабайҙың йомаҡтарын да систе. Фәнис Хөс­нуллин менән Лиана Йәлилова байрамдың алып барыусылары булһа, Ҡыш бабай ролен Байрас Назаров килештереп баш­ҡарҙы, ә Ҡар­һылыу булып Эвелина Ҡотләхмәтова ихлас уйнаны.
Тәүҙәрәк бик башҡортса белмәгән Мәскәй әбей ҙә иртәлек барышында телебеҙҙе өйрәнеп, Ҡыш бабайға шиғыр һөйләп күрһәтте. Был ролде Нәркәс Хәмиҙуллина бик килештер­ҙе!
Уҡыусылар уйындарҙа бигерәк әүҙем булды. Уларҙы Тимур Ғабдуллин менән Диана Сәфәрова апайҙары ҡыҙыҡ итеп ойошторҙо бит! Афариндар!
Байрамда ата-әсәләрҙең дә дәррәү ҡатнашыуы ҡыуандыра. Беҙҙә улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыл­ған.
Ҡуян йылы менән хушлаштыҡ. Беҙҙең өсөн матур һәм иҫтәлекле булды ул. Яңы Аждаһа йылы уңыштар, һаулыҡ, тыныслыҡ алып кил­һен!
Байрамды ойошторорға булышлыҡ иткәне өсөн гимназия етәкселегенә, унынсыларҙың синыф етәксеһе Дилара Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшинаға рәхмәт.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас