+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
19 Ғинуар 2024, 16:33

Проектыбыҙ еңһен!

Беҙ үҙебеҙҙең шатлығыбыҙ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ – инициатив бюджетлау проекттары конкурсында мәктәбебеҙҙә беҙҙең, XI синыф уҡыусыларының, “Яңы техника менән – яңы белемгә” эше еңеп сыҡты.

Проектыбыҙ еңһен!Проектыбыҙ еңһен!
Проектыбыҙ еңһен!

Мәктәбебеҙҙә компьютерҙар аҙ, уларының да иҫке булыуы тейешле кимәлдә белем алыуға ҡамасаулай. Шуға ла беҙ ошо проблеманы хәл итеүҙе үҙебеҙгә маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Ул тормошҡа ашһын өсөн, капитаныбыҙ Динә Хәмзина етәкселегендә команда менән бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Тимур Мөстәҡимов презентация иң яҡшыһы булһын өсөн тырыша, Динислам Яуынбаев менән Эмиль Бейешев коммерция тәҡдимдәрен эҙләй, проекттың финанс яғын теүәлләй. Әлиә Хәфизова бөтә кәрәкле документтарҙы төҙөй, Нәркәс Ишаева проекттың эшләнеү барышын күрһәткән дәлилдәр – гәзиттәге һәм социаль селтәрҙәге мәғлүмәтте бер ергә туплап йыя, ә мин иһә беҙҙең эште матбуғатта яктыртам. Ошолай тырышып, тиҙ арала барыһын да тамамлап, конкурсҡа тапшырырға иҫәп. Беҙҙең проект өсөн тауыш биргән барлыҡ уҡыусыларҙың ышанысын аҡларға тырышырбыҙ. Проектыбыҙ иң яҡшылар иҫәбендә булыр тип ышанабыҙ.

Гөлфиә ҒӘЛИӘКБӘРОВА.

Әбйәлил районы,

Сиҙәм мәктәбе.

 

Проектыбыҙ еңһен!
Проектыбыҙ еңһен!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас