+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
20 Ғинуар 2024, 14:10

Йәштәр өсөн юлдар асыҡ

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында баланың һәр яҡлап үҫешенә һәм уның һәләттәрен асыуға ҙур иғтибар бирелә. Был йәһәттән быйылғы уҡыу йылында ла уңыштарыбыҙ бихисап.

Йәштәр өсөн юлдар асыҡЙәштәр өсөн юлдар асыҡ
Йәштәр өсөн юлдар асыҡ

Уҡыусыларыбыҙ биология, тарих, хоҡуҡ, технология фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыу бәхетенә иреште. Ә уҡыусыбыҙ Баязит Кәримов башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада призёры исеменә лайыҡ булды.

14 декабрҙә – Башҡорт теле көнөндә гимназиябыҙҙа Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция гөрләп үтте. Унда төрлө район-ҡалаларыбыҙҙан һәм илебеҙ төбәктәренән (Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Удмурт республикаһы) 600 уҡыусы һәм уҡытыусы ҡатнашты.

Гимназиябыҙҙа теүәл фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүгә лә иғтибар арта. Өфө фән һәм технологиялар университеты менән был йәһәттән тығыҙ эшлекле бәйләнеш булдырылған. 2023 йылда юғары уҡыу йорто менән берлектә физика буйынса беренсе асыҡ олимпиада үтте. Унда Һамар һәм Силәбе өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһынан 1000-дән ашыу VII – XI синыф уҡыусыһы ҡатнашырға теләк белдерҙе. Олимпиадала еңеү яулаған өлкән синыфтар университеттың инженер факультетына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл алыу мөмкинлегенә эйә була алыуҙары сараның мәртәбәһен күтәрҙе.

Уҡыусыларҙың башланғыстарын хуплап, проект әҙерләү эшенә лә актив йәлеп итәбеҙ. Был йүнәлеш уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы – белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһын да берләштерә. Һәр кемдең үҙ эшмәкәрлегенә яуаплы ҡарауы ыңғай һөҙөмтәләр бирә: уҡыусылар социаль проекттар әҙерләргә өйрәнә, ораторлыҡ оҫталығы үҫешә, республиканың билдәле медиа шәхестәре менән осраша, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Был эшебеҙҙең һөҙөмтәһе – “Үҫеш биләмәһе. Яңы движ” республика проекты сиктәрендә өс гимназист: Камила Әхмәтова, Гөлдәр Камалова, Вилена Сәғәҙәтова А. Ш. Сәхәүетдинов етәкселегендә “Росмолодежь” фонды үткәргән проекттар конкурсында ҡатнашты. Г. Камалова, “Тормош ағасы” проекты менән конкурста еңеп, 450 мең һум грант отто. Проект, Башҡортостан Республикаһының билдәле шәхестәре исемендәге ағастар ултыртып, тотош бер аллея булдырыуҙы үҙ өҫтөнә ала.

Күптән түгел республикабыҙҙа инициативалы бюджетлау һәм предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса проекттар конкурсы старт алды. Был конкурста гимназиябыҙ уҡыусылары ла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Проекттар белем биреү, спорт һәм ижади саралар үткәреүгә, мәктәптә ял зоналары, телевизион студиялар, медиаүҙәктәр, кинозалдар булдырыу, спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу, мәктәптең эске интерьер дизайнын яңыртыуға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта балалар гимназиябыҙ эксперттары алдында сығыш яһарға әҙерләнә. Иң яҡшы проект республика конкурсына тәҡдим ителәсәк. 2024 йылда Башҡортостан Республикаһында 15 предуниверсарий эшләүе, ә уҡыусылар үҙҙәренең 100-ҙән ашыу башланғысын тормошҡа ашыра алыуы планлаштырыла.

Сәриә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Йәштәр өсөн юлдар асыҡ
Йәштәр өсөн юлдар асыҡ
Йәштәр өсөн юлдар асыҡ
Йәштәр өсөн юлдар асыҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас