+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
22 Ғинуар 2024, 09:47

Бүребай уҡыусыларының башланғысы тормошҡа ашты

Былтыр яҙ Бүребай мәктәбенең өлкән синыф уҡыусылары советы уҡыусыларҙың башланғыстарына нигеҙләнгән федераль программала ҡатнашҡайны.

Бүребай уҡыусыларының башланғысы тормошҡа аштыБүребай уҡыусыларының башланғысы тормошҡа ашты
Бүребай уҡыусыларының башланғысы тормошҡа ашты

V – XI синыф уҡыусылары хөкөмөнә 5 проект тәҡдим ителде. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшыһы тип IX “Б”-ларҙың “Заман ритмы” проекты (тамаша залын реконструкциялау буйынса тәҡдим) табылды.

Артабан был эш республика конкурсында ҡатнашты. Августа уның еңеп сығыуы билдәле булды. 750 мең һумға тамаша залына ремонт яһалды, акустик һәм яҡтыртыу ҡорамалдары һатып алынды, жалюзиҙар ҡуйылды.

Мәктәп етәкселеге ярҙамдары өсөн барыһына ла рәхмәт белдерә. Яңыртылған зал уҡыусыларҙы оҙаҡ йылдар ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ!

 

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.

Хәйбулла районы.

Бүребай уҡыусыларының башланғысы тормошҡа ашты
Бүребай уҡыусыларының башланғысы тормошҡа ашты
Бүребай уҡыусыларының башланғысы тормошҡа ашты
Бүребай уҡыусыларының башланғысы тормошҡа ашты
Бүребай уҡыусыларының башланғысы тормошҡа ашты
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас