+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
23 Ғинуар 2024, 15:00

Илеш шайморатовсылары

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары миҫалында тарихыбыҙға ихтирам, илһөйәрлек, Тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән шайморатовсылар синыфтары асыла. Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназияһында ла бар ул.

Илеш шайморатовсыларыИлеш шайморатовсылары
Илеш шайморатовсылары

– Икенсе йыл рәттән был синыф менән мин етәкселек итәм, – ти юғары категориялы белгес, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Светлана Хәниф ҡыҙы Фәйзрахманова. – 2022 йылдың сентябрендә ике этаптан торған конкурста ҡатнашып еңдек. 11 октябр­ҙә Шайморатов һәйкәле асылыу тантанаһына 500 уҡыусы саҡырыл­ғайны. Шулар араһында беҙҙең синыф та бар ине. Әлбиттә, был ҙур ғорурлыҡ булды.
Шундай матур тәьҫораттар менән эште башлай улар.
Республикала йылына ике тап­ҡыр йәйге һәм ҡышҡы «Шайморатовсылар уйындары» үткәрелә. Уҙған уҡыу йылындағы ярыштар­ҙың йәйгеһендә еңеп, республика кимәленә сыҡҡандар.
Бөтә Рәсәй «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы иғлан иткән «Тарихты һаҡлаусылар» проектына үҙҙәренең эштәрен ебәрәләр. Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһала һәм улар – еңеүселәр! Етенселәрҙе «Беренселәр хәрәкәте» сафтарына ҡабул иткәндәр.
Синыф сәғәттәре, локаль һу­ғыштар ветерандары, МХО яугир­ҙары менән осрашыуҙар, һәйкәлдәрҙе тәрбиәләү, үҙҙәре баш­ҡарған эштәрҙе видеороликтарға төшөрөү, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашыу – был сараларҙа шайморатовсылар һәр саҡ әүҙем. Уҡыусыларҙы хәрби йәки башҡа дәүләт хеҙмәтенә әҙерләү маҡсатында шайморатовсылар менән ныҡлы эш алып барыла.
Спорт йүнәлешенә килгәндә, футбол, каратэ секцияларында шөғөлләнәләр.
– Шуныһы ҡыуаныслы, – ти Светлана Хәниф ҡыҙы, – синыфыбыҙҙың бөтә уҡыусылары ла тиерлек райондың сәнғәт мәктәбенә йөрөй, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай белә. Вадим Төхвәтуллин, мәҫәлән, күп кенә район һәм республика конкурстарында еңеү яуланы.
Миңә Үрге Йәркәйгә барғанда йыш ҡына үҙенсәлекле форма кейгән, гөр килеп торған, шат йылмайған, уҡытыусыларын уратып алған уҡыусыларҙы осратырға тура килә. Улар – шайморатовсылар, йә һәйкәл янын таҙартыр­ға, йә музейға баралар. Күмәк эштәрҙә гел гитараһын тотҡан Азамат Ғәлләмовты осратаһың. «Беҙ­ҙең синыф бик татыу һәм бер­ҙәм, һәр беребеҙҙең яратҡан шөғөлө бар. Уҡыуҙа, ярыштарҙа – бөтә ерҙә лә иң беренселәрҙән булырға тырышабыҙ. Сөнки беҙ башҡалар­ға үрнәк булырға тейешбеҙ», – тине ул. Тырыш, алдынғы булыу­ҙары күренеп тора, 29 уҡыу­сының 5-еһе беренсе ярты йыллыҡты – тик «бишле»гә, 19-ы «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә тамамла­ған.
Атай-әсәйҙәрҙең фекере нисек икән? Алһыу Рәүеф ҡыҙы Ғилметдинова бындай синыф ойошторолоуға бик шат.
– Шайморатовсылар сафына ингәс, ҡыҙыбыҙ Валерия тағы ла әүҙемерәк булып китте. Рәсем, башҡорт теленән шиғырҙар конкурстарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Шулай уҡ спорт өлкәһендә уңыштары күбәйҙе, – тип ҡыуана ул.
Азаматтың әсәһе Эльвера Фәрит ҡыҙы ла бары тик яҡшы фекерҙә.
– Ай һайын музейҙарға баралар, төрлө эштәргә өйрәнәләр. Балаларҙың ваҡыттары әрәмгә үтмәй, көн дә бер яңылыҡ, асыш яһап ҡайталар, – ти әсә.
Шайморатовсылар айына ике тапҡыр план буйынса төрлө музейҙарҙа булалар икән. Көҙөн Ҡырмыҫҡалы районында легендар генералдың тыуған яғын күреп, күп тәьҫораттар алып ҡайтҡандар.
Шайморатовсылар әле VII синыфта ғына уҡый. Алда – күпме башланмаған эштәр, уйҙар, хыялдар... Киләсәктә был балалар­ҙан ысын илһөйәрҙәр үҫер, тип ышанабыҙ.

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
уҡытыусы.
Илеш районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас