Ринат Хәйриҙең китаптарынан, фоторәсемдәренән, матбуғат биттәрендә сыҡҡан мәҡәләләрҙән бай күргәҙмә ойошторолдо. Уҡыусылар уның балалар өсөн сыҡҡан шиғырҙарын ятлағайны.
Ринат Хәйри иҫән саҡта күреп белгән, аралашҡан, уның кисәләрен үткәргән, ижадын пропагандалаган ветеран укытусы Ғәлимә Мансур кыҙы Ғәлиева иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һәм уның шиғырҙарын һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Уҡыусылар шағирҙы онотмай, кисәләр үткәрә, уны белгән шәхестәрҙе осрашыуҙарға сакырып тора. Әгәр иҫән булһа, ошо көндәрҙә Ринат Хәйригә 74 йәш булган булыр ине.
Г. МӘҒӘНӘБИЕВА.