Беренсе проект “Әбйәлил батырҙары” тип атала, ул тренажёр залында уҡыусыларҙың һаулығын нығытыуҙы күҙ уңында тота.
Икенсеһе – “Мәктәп велотуҡталҡаһы” – күптәнге проблема менән бәйле: күп кенә балалар көҙөн һәм яҙын уҡырға велосипедтарҙа, мопедтарҙа килә, уларҙы ҡуйырға урын юҡ. Балалар транспорты теүәл рәттәрҙә велосипед туҡталҡаһында урынлашһа, бик шәп булыр ине.
Өсөнсө проект: “Мин – инженер”. Ул технология кабинетын йыһазландырыуға ҡайтып ҡала. Бүлмә бар, әммә бер ниндәй ҙә ҡорамал юҡ. Теоретик белемдәр ғәмәлдә нығытылмаған булып ҡала.
“Журналист” проекты түбәндәге хәлгә бәйле: беҙ ҙур мәғлүмәт ағымы дәүерендә йәшәйбеҙ. Балаларҙы үҙҙәрен уратып алған киң мәғлүмәт сараларын файҙаланырға өйрәтеү зарур.
“Технологиялар йәйғоро” эшенең маҡсаты иһә – матди-техник базаны нығытыу, уҡыу кабинеттарын заманса приборҙар менән йыһазландырыу.
Һәр проект беҙгә ҡәҙерле һәм мөһим, сөнки барыһы ла уҡыусыларҙың белем алыуына һәм үҫешенә файҙа килтерә. Ҡайһыһы еңеп сығыр икән?
Раиса ПОЧУХАЙЛОВА,
урыҫ теле уҡытыусыһы.
Әбйәлил районы.