Проекттың критерийҙарына ярашлы, уҡыусылар мәктәп эсендә ял зонаһы булдырыу, юл ҡағиҙәләре буйынса тренажёр кабинеты, мәктәп биләмәһендә ял итеү паркы, заман талаптарына ярашлы китапхана һәм кабинеттарҙы интернет селтәренә тоташтырыу маҡсатында 5 проект әҙерләп, тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы.
Проекттарҙы яҡлау бик әүҙем һәм сағыу барҙы. Конкурсанттар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. Проекттар тауыш биреү юлы менән һайлауға сығарылды. Һөҙөмтәлә һәр кабинетты интерактив комплекслы интернет селтәренә тоташтырыу проекты 86,4 % тауыш йыйып, еңеүсе тип табылды һәм республика этабында ҡатнашыу хоҡуғын алды.