Беҙҙә Амангилде, Үтәгән, Әбделғәзе ауылдарынан балалар белем ала. Дәрестәр тамамланғас, автобус бер ауылға барып урап килгәнсе, икенсе ауыл уҡыусыларына уны көтөр өсөн ял мөйөшө кәрәк. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау программаһында ҡатнашырға булдыҡ. Тәҡдим ителгән биш эш араһынан “Ял итеү зонаһы проекты” еңеүе юҡҡа түгелдер! Ул уҡыусыларҙың күңеленә ятты, уйлағаныбыҙ тормошҡа ашһын инде.
Альбина БАҠЫЕВА.
Әбйәлил районы,
Амангилде мәктәбе.