12 синыфта белем алған 232 бала тантаналы рәүештә ант бирҙе: улар башҡалар өсөн – өлгө, иптәштәре менән бер бөтөн булырға вәғәҙә итте. Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, мәғариф идаралығының методика бүлеге мөдире Рәмзиә Ильясова, методист Эльвира Әлибаева, моделле китапхана мөдире Лилиә Билалова һәм “Бала саҡ навигаторҙары” проектының муниципаль координаторы Лилиә Бағышаева ҡатнашты. Улар “балапандар”ға өгөт-нәсихәт һүҙҙәре әйтте, ҡотланы һәм бүләккә өҫтәл уйындары тапшырҙы.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.