+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
25 Ғинуар 2024, 07:00

Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!

Әбделмәмбәт мәктәбе элек-электән үҙенең тырыш, сәмле, аҡыллы, спорт яратыусы уҡыусылары, уҡытыусылары менән данлыҡлы. Бар яҡлап үҫеү мөмкинлектәрен булдырыу өсөн уҡытыусылар ғына түгел, уҡыусылар ҙа бар көсөн һала, тырыша һәм  ниәтенә өлгәшә.

Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!
Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!

Күптән түгел республикабыҙҙа инициативалы бюджетлау проекттары конкурсы старт алды. Әйткәндәй, былтырғы уҡыу йылында тап ошо бәйгелә Лиана Мәхмүтова, Фирзәлиә Ҡарамышева, Алина Хәлиуллина, Зилиә Ҡарамышева “Мәктәп медиаүҙаге” эшен тәҡдим итеп, еңеп сығып, заманса йыһазландырылған бүлмә барлыҡҡа килтереүгә өлгәштеләр. Быйыл да мәктәбебеҙ уҡыусылары  ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бөтәһе алты төркөм үҙ эштәрен тәҡдим итте. Улар белем биреүгә, спорт һәм ижади саралар үткәреүгә, мәктәптә ял зоналары асыуға, интерьерҙы яңыртыуға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта балалар проекттары менән эксперттар алдында сығыш яһарға әҙерләнә.

Иң яҡшыһы тип табылған эш республика конкурсына тәҡдим ителәсәк.

Инсур ҮТӘБАЕВ, директор.

Бөрйән районы.

 

Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!
Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!
Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!
Беҙ ҙә ҡатнашабыҙ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас