+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
25 Ғинуар 2024, 13:00

Беҙ “Чемпион” проекты яҡлы!

Һәр коллективта лидерҙар була – улар белеме, характер ныҡлығы, үрнәк булырҙай тәртиптәре менән айырылып тора. Беҙҙең Яңы Балапан урта мәктәбенең IX синыфынан Баязит Зәйтүнов һәм Нурлан Мәғәсүмов – тап шундайҙарҙан. Улар мәктәптәге бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай.

Беҙ “Чемпион” проекты яҡлы!Беҙ “Чемпион” проекты яҡлы!
Беҙ “Чемпион” проекты яҡлы!

Баязит бәләкәйҙән йырларға ярата. Ул – Рәсәй, республика, район кимәлендәге конкурстар лауреаты. Спорт уйындары араһынан хоккейҙы яҡын күрә: Ул уйнаған Яңы Балапан командаһы район кимәлендә призлы урындар яулап тора. Ауылдағы бәләкәй уйынсыларға хоккей серҙәрен төшөндөрөү эшен дә үҙ өҫтөнә алған Баязит. “Егеттәр, интернетҡа алданып, ваҡыттарын бушҡа сарыф итмәһен ине, саф һауала хоккей уйнау күпкә ҡыҙығыраҡ та, файҙалыраҡ та,” – ти йәш спортсмен.

Нурлан Мәғәсүмов башланғыс синыфтарҙан тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө предмет олимпиадаларында, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Мәктәптәге барлыҡ сараларҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы ла ул! Мәктәптең футбол командаһы составында район, зона-ара ярыштарында еңеүҙәргә лә өлгәшә. “Спорт менән уҡыу бергә барырға тейеш, береһе икенсеһенә ҡамасауламаһын, тик ыңғай йоғонто яһаһын,” – тип билдәләй Нурлан.

Мәктәп тормошонда актив ҡатнашҡан, уҡыуҙа һәм спортта алдынғы, креатив ҡарашлы был егеттәр спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттарҙы яҡшыртыу маҡсатында уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау конкурсында ҡатнашырға ҡарар итте. Баязит менән Нурлан, команда туплап, заманса йыһазландырылған спорт майҙансығы төҙөү буйынса проект төҙөнө. Төркөм “Чемпион” мәктәп алды спорт майҙансығы” проекты өҫтөндә ныҡлы эш алып барҙы: төрлө һораулама, анкеталар үткәрҙе; һөҙөмтәләрен анализланы, системаға һалды; сығыштар әҙерләне.

Баязит һәм Нурлан етәкселегендәге проект тауыш биреүҙә иң яҡшыһы тип табылды. “Ни өсөн тап беҙҙең эш һайланыуы билдәле: мәктәптә спорт залы булмағанлыҡтан, уҡыусыларҙың был өлкәләге һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар юҡ кимәлдә. Майҙансыҡ физик үҫешкә, һаулыҡты нығытыуға мөмкинлектәр асасаҡ, мәктәптә позитив һәм сәләмәт мөхит булдырасаҡ. Беҙҙә спорт буйынса төрлө ярыштарҙа призлы урындар алған, еңеүҙәргә өлгәшкән уҡыусылар күп, әгәр проект республика кимәлендә лә үтһә, еңеүҙәребеҙ тағы ла күберәк булыр ине,” – тип ышана егеттәр. Уҡыусыларҙың башланғысына уңыштар теләйбеҙ!

Лилиә ЗӘЙТҮНОВА.

 Әбйәлил районы,

 Яңы Балапан мәктәбе.

 

Беҙ “Чемпион” проекты яҡлы!
Беҙ “Чемпион” проекты яҡлы!
Беҙ “Чемпион” проекты яҡлы!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас