Ҡыҙҙар менән сәксәк бешерергә булдыҡ. Бигерәк уңған минең бәләкәстәрем, барыһы ла тырышты. Ҡамырын да баҫтылар, үҙҙәре ҡырҡтылар ҙа. Милли аҙығыбыҙҙы майҙа йөҙҙөрөп бешереп, баллап ҡуйҙылар. Сәксәк бик тәмле килеп сыҡты.
Айгөл ҠОТЛОЗАМАНОВА,
Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге
башҡорт лицейы уҡытыусыһы.
Әлшәй районы,
Раевка ауылы.