Һәр баланың өҫтәл әсбабы булырҙай “Хәрефтәр парады”, “Минең уйынсыҡтарым”, “Ҡанаттар ҡайҙа үҫә” китаптарының авторы, яҡташыбыҙ, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, СССР Яҙыусылар ағзаһы Ринат Хәйри көндәрен әҙәби-музыкаль сығыш менән башлап ебәрҙек. Икенсе көн Ринат Хәйриҙең йырҙарына бағышланды. “Ринат Хәйри һүҙҙәренә яҙылған йырҙар...Бигерәк тә күп икән ул!” – тине уҡыусылар, исемлек менән танышҡандан һуң. Эйе, ысынлап та күп. Бер нисәһен тыңланыҡ, “Ап-аҡ ҡалас ҡуя Илешем”де өйрәндек. Иҫ китмәле, матур йыр, тыуған яғыбыҙҙы данлаған йыр!
“Мин ышанам әле таңдарға...” тип исемләнгән китаптар, иҫтәлектәр, фотоларҙан торған күргәҙмәне алтынсылар менән ойоштороп ҡуйҙыҡ. Ҡыҙыҡһынған һәр кем материалдарҙы ҡарай алды. Аҙна дауамында шағирҙың ижадына бағышланған плакаттарҙы балалар айырыуса бер төрлө мауығыу менән эшләне: кем һүрәт төшөрә, кем материал эҙләй, кем идея тәҡдим итә... Бал ҡорттары кеүек гөж килеп торҙолар. Һөҙөмтәлә, ижади ҡарашлы эштәр килеп сыҡты.
Фаҡиһа Туғыҙбаева: “Ринат Хәйри балаларға өгөт нәсихәт уҡымай: бала сурәтенә инеп китә, уларҙы үҙе менән тиң күреп, яратып һөйләшә,” – тип бик дөрөҫ әйткән. Ысынлап та, кескәйҙәрҙең көндәлек тормошон шиғыр итеп яҙғанға күрә шиғырҙары тиҙ ятлана ла инде. Башланғыс синыфтар “Хәрефтәр парады”, “Минең уйынсыҡтарым” китаптарынан шиғырҙар уҡып, хатта үҙҙәренең яратҡан уйынсыҡтарының һүрәттәрен дә төшөрөп күрһәтте.
Туғыҙынсылар менән “Упҡын ситендә” повесы буйынса фекер алыштыҡ, улар әҫәрҙә күтәрелгән проблема бөгөн дә көнүҙәк булып ҡалыуын билдәләне.
Уҡыусылар өсөн иң ҡыҙыҡлыһы, моғайын, шағир тураһында иҫтәлектәр менән танышыу булғандыр. Улар менән танышырға, ысынлап әйтәм, бер генә дәрес етмәне беҙгә. Ҡыҙы Ләйсән әҙерләгән “Атайым тураһында һөйләгеҙ” тапшырыуын “Юлдаш” радиоһы архивынан алдыҡ. Уны балалар тын да алмай тыңланы, ошо яҙмала Ринат ағайҙың үҙенең тауышын ишеттеләр, күренекле шағирҙар, яҡташтарының йылы хәтирәләрен уҡып...
Ринат ағайҙың ижады минең өсөн айырыуса яҡын. Районыбыҙҙың “Маяҡ” гәзитендә тәүге мәҡәләм баҫылып сыҡҡас, мине йәш хәбәрселәр түңәрәгенә саҡырҙылар. Тылсымлы ижад донъяһына алып ингән Ринат ағай менән Айһылыу апай Хәйретдиновтарға рәхмәтем сикһеҙ.
Шиғырҙарын уҡып, моңло йырҙарын йырлап, шағирҙың ижадын өйрәнеүҙе дауам итәйек.
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Илеш районы,
Исәмәт урта мәктәбе.