+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
26 Ғинуар 2024, 08:00

Тәмле! Туҡлыҡлы! Файҙалы!

Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы уҡыусылары «Дөрөҫ һәм файҙалы туҡланыу» аҙналығы ойошторған. Уҡыусылар республика буйынса үткәрелгән «#Тәмле! Туҡлыҡлы!  Файҙалы!» видеоролик төшөрөү конкурсында ла ҡатнашты.

Тәмле! Туҡлыҡлы! Файҙалы!Тәмле! Туҡлыҡлы! Файҙалы!
Тәмле! Туҡлыҡлы! Файҙалы!

Гимназияның VI «А» һәм VI «Б» синыфы уҡыусылары маҡтауға лайыҡ. Улар үҙҙәренең ашханаһында өҫтәлдәрҙе файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡтар менән биҙәп, видеоға төшөргән дә бәйгелә үҙҙәрен һынап ҡараған. Әлбиттә, уҡыусыларға ашхана хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам иткән. Хәҙер балалар был бәйгелә ҡатнашып, күп нәмәгә төшөнгән. Һаулыҡтың нигеҙе дөрөҫ һәм файҙалы ризыҡ менән туҡланыу икәнен һәр кем белә.
Ә һеҙҙә хәлдәр нисек? Ашханағыҙҙа тәмле ашаталармы? Беҙгә яҙып ебәрегеҙ.

Тәмле! Туҡлыҡлы! Файҙалы!
Тәмле! Туҡлыҡлы! Файҙалы!
Тәмле! Туҡлыҡлы! Файҙалы!
Тәмле! Туҡлыҡлы! Файҙалы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас