+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
29 Ғинуар 2024, 13:00

Раниянан өлгө алабыҙ

Мәктәбебеҙҙә һәләтле балалар күп, улар менән ғорурланабыҙ. Шуларҙың береһе – VII «А» синыфынан Рания Билалова. Мин уны күп ҡырлы гәүһәр менән сағыштырыр инем.

Раниянан өлгө алабыҙРаниянан өлгө алабыҙ
Раниянан өлгө алабыҙ

Уҡыу алдынғыһы булған ҡыҙ барлыҡ фәндәрҙән олимпиадаларҙа ҡатнашып, район кимәлендә призлы урындар яулай. Беренсе синыфтан алып сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә – фортепианола һәм скрипкала оҫта ғына уйнай. Бейеү түңәрәгенә лә йөрөп өлгөрә ул: төрлө конкурстарҙа яулаған миҙалдары һәм ете кубогы бар!
Рания – мәктәп һәм ауыл сәхнәһенең йөҙөк ҡашы. Спортты ла үҙ итә ул – волейбол һәм баскетбол ярата. Шахматты ла бик яҡшы уйнай, мәктәптең йыйылма командаһына ингән. Әлеге мәлдә уҡыусыларҙың башлан­ғыстарына нигеҙләнгән инициативалы бюджетлау программаһын тормошҡа ашырыу проектында Рания «Тамаша залын төҙөкләндереү» тигән эше менән ҡатнаша.
Өйгә ҡайтҡас та эшһеҙ тора алмай. Телде йоторлоҡ тәмлекәстәр бешереп яҡындарын ҡыуандыра.
Ранияның яулайһы үрҙәре бик күп әле. Тырышлығы, уңғанлығы, зирәклеге уны киләсәктә Тыуған илебеҙҙең яҡты йондоҙо итеп балҡытыр, һис шикһеҙ!

Гөлдәриә ӘХТӘМОВА,
V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Ташбулат мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас