Призлы урындар йыш яулай беҙҙең балалар. Мәҫәлән, 2022 йылда “Эксплораториум” ғилми лабораторияһы булдырыу проекты менән еңеп, субсидия алыуға ирештеләр. Ә былтыр “Ас! Тәҡдим ит! Тормошҡа ашыр!” проекты иң яҡшыһы тип билдәләнде.
Быйыл иһә уҡыусыларҙың башланғысын бюджетлау конкурсында ҡатнашырға ҡарар ҡылдыҡ. Уның шарттары буйынса мәктәптән бер генә проект ҡатнаша ала. Еңеүсе төркөм тауыш биреү юлы менән билдәләнә. Әлеге ваҡытта балалар үҙ проекттарын мәктәп йыйылышында күрһәтергә әҙерләнә.
Конкурсты тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм физик культура уҡытыусыһы Дмитрий Владимирович Хазбулатов етәкләй. Барыһына ла алдағы һынауҙарҙа уңыштар теләйбеҙ.
Лилиә ЗАКИРОВА, уҡытыусы.
Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.