Мәктәп эсендәге мөхитте яҡшыртыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар өсөн һәр уҡыусы тауыш бирә алды. Шулай итеп, VIII синыфтарҙың “Воркаут” атамалы эштәре еңеп сыҡты (етәкселәре – Баймырҙин Рәмис Салауат улы, Зәйнетдинова Лилиә Мәүлит ҡыҙы). Был команданы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ.
Наза КИНЙӘБАЕВА.
Бөрйән районы.