– Ярыш барамы әллә? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Юҡ. Тәнәфес ваҡытында шулай йыйылып китәләр. Берәүҙәр – шахмат, ә икенселәр шашка уйнай. Теләүселәр күп, ҡайһы саҡ хатта сиратҡа ла теҙелеп баҫалар, – ти Кәлимулла Хәлил улы Ильясов.
Ул бында шахмат, шашка түңәрәген алып бара. Беренсе йыл ғына эшләй. Хаҡлы ялда булһа ла, өйҙә тик ултырғыһы килмәй икән. Лицейҙа балаларҙы ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға ла өйрәтә.
Шахмат, шашка буйынса ярыштарҙа ҡатнашып торалар.
– Уңыштар бармы һуң? – тип тә һорайбыҙ Кәлимулла Хәлил улынан.
– Бар, әлбиттә. Мәҫәлән, I «А» синыфынан Элина Хөсәйенова урыҫ шашкаһы буйынса ҡала турнирында – беренсе, I «Б» синыфынан Илүзә Уликанова – икенсе, ә Нур Юнысов өсөнсө урын алып ҡайтты. Беҙҙең ҙур еңеүҙәр алда әле, – тине ул.
Маҡтауҙан башҡа ни әйтәһең түңәрәк етәксеһенә. Балалар ныҡ ярата үҙен, тәнәфес бөткәс тә эргәһенән китергә ашыҡманы улар.
М. СӘЙЕТОВ.
Сибай ҡалаһы,
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.