+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
6 Февраль 2024, 09:00

Беҙ тағы ла ҡатнашабыҙ!

Үткән уҡыу йылында уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау конкурсында “Яугир” хәрби-патриотик ҡаласығы проекты еңеп сыҡҡайны. Дәртләнеп, быйыл йәнә ҡатнашырға ҡарар иттек.

Беҙ тағы ла ҡатнашабыҙ!Беҙ тағы ла ҡатнашабыҙ!
Беҙ тағы ла ҡатнашабыҙ!

Өлкән синыф уҡыусылары советы 5 проект тәҡдим итте: “Беҙ беренсе” медиаүҙәге, “Күптән үткән көндәр музейы” заманса мәктәп музейы, ҡурсаҡ театры, яңыртылған тамаша залы һәм “Креатив” түңәрәктәр берләшмәһе.

Проекттарҙы яҡлағандан һуң тауыш биреү уҙҙы. Күпселек “Хыялымдағы тамаша залы”н хупланы. Ниәтебеҙ – залға проектор, экран, микрофондар һәм светомузыка ҡорамалы алыу. Республика конкурсында тағы ла еңергә насип булһын!

 

Ангелина ХӘЛИТОВА,

1-се Асҡар урта мәктәбе уҡыусыһы.

Әбйәлил районы.

Беҙ тағы ла ҡатнашабыҙ!
Беҙ тағы ла ҡатнашабыҙ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас