Район үҙәге Асҡарға барыу өсөн 80 саҡрым юл үтергә кәрәк. Әйткәндәй, беҙҙең ауылға асфальт юҡ, шуға ла әйләнгән һайын район үҙәгенә барып та булмай.
Ауылыбыҙ төпкөлдә урынлашһа ла, заман менән бергә атларға тырыша. Бында уңған, дәртле халыҡ йәшәй.
Ауылымдың тап уртаһында – ике ҡатлы мәктәп, унда бөтәһе 86 бала белем ала. Белем усағы 2001 йылда төҙөлгән, уҡыу кабинеттары, спорт, тамаша залдары, ашхана бар. Ундағы балалар баҡсаһына 15 бала йөрөй.
Уҡыусылар төрлө түңәрәктәрҙә, өҫтәлмә дәрестәрҙә лә ихлас шөғөлләнә. Барлыҡ уҡыусыларҙың да иң яратҡан, ҙур теләк менән йөрөгән урыны, әлбиттә, спорт залы.
Уны ауылыбыҙҙың үҙәге тиһәң дә була. Сөнки бер ваҡытта ла буш тормай тиерлек, көндөҙ уҡыусылар булһа, кискелеккә ауыл йәштәре йыйыла. Волейбол ярыштары йыш үткәрелеп тора. Ғаиләләр менән сығып уйнаусылар ҙа бихисап.
Спортты үҫтерәм тиһәң, бер туп менән генә булмай шул, башҡа кәрәк-яраҡтары ла кәрәк. Шуға ла беҙ, Хәмит урта мәктәбе уҡыусылары, Мәктәп инициативаһын бюджетлау проектында ҡатнашырға ниәт иттек, уҡыусылар дәртләнеп төрлө проекттар эшләне. Спорт инвентарҙарын яңыртыуға йүнәлтелгән «Олимп» проекты еңеп сыҡты. Әгәр ҙә проектҡа финанслау ала алһаҡ, был спорт залына уҡыусыларҙы тағы ла нығыраҡ ылыҡтырыуға булышлыҡ итер ине, тип хыял итәбеҙ.
Көнһылыу МӘХӘМӘТЙӘНОВА,
Әбйәлил районы,
Хәмит урта мәктәбе.