+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
7 Февраль 2024, 05:00

Хыялда – “Хыял”

Мәктәбебеҙҙә уҡыусыларҙың “Дуҫлыҡ” үҙидара ойошмаһы эшләп килә. Унда белем усағы тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, спорт һәм уҡыу буйынса алдынғы, креатив фекерләүсе уҡыусылар ингән.

Хыялда – “Хыял”Хыялда – “Хыял”
Хыялда – “Хыял”

Үҙ мәктәбен төҙөкләндереү, матурайтыу өсөн тырышҡан уҡыусылар етерлек беҙҙә. Былтыр Башҡортостанда инициатив бюджетлау проекты старт алғас, беҙ ҙә уға ҡушылдыҡ һәм “Новация” атамалы идеябыҙ менән еңдек. Уҡыусыларыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашты.

Быйыл конкурсҡа йәнә дәртләнеп дәррәү әҙерләндек. Мәктәптең “Дуҫлыҡ” үҙидараһы тәҡдим иткән проекттар араһынан бишәүһе һайлап алынды. Уҡыу йортоноң тирә-яғын төҙөкләндерергә, мәктәп урман хужалығы, урындағы телевидение, музей һәм “Хыял” оҫтаханаһы булдырырға тигән тәҡдимдәр булды. Һайланған проекттар дөйөм йыйылышта тикшерелде. Һәр инициатив төркөм сығыш яһап, уҡыусылар әүҙем фекер алышҡандан һуң, мәктәбебеҙгә “Хыял” оҫтаханаһы кәрәк тигән уртаҡ фекергә килдек. Шулай итеп, X синыф уҡыусыһы Карина Көмөшбаева һәм уның командаһы проекты республика конкурсында ҡатнашасаҡ.

Нәркәс ХИСМӘТОВА,

“Дуҫлыҡ” үҙидара ойошмаһы ағзаһы.

Әбйәлил районы,

Дәүләт мәктәбе.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас