Мортаза Ғөбәйҙулла улына арнап синыф сәғәттәре, музей дәрестәре үткәргәндәр. Шиғыр һөйләүселәр, һүрәттәр, иншалар конкурстары ойошторғандар. Спорт ярыштары ла уҙған.
"Беҙҙең мәктәптә билдәле сараларға һәр ваҡыт бай күргәҙмәләр эшләнә. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата ла күргәҙмә ҡуйылды. Бында уҡыусыларҙың һүрәттәре, иншалары, фәнни-тикшеренеү эштәре, уҡытыусыларҙың дәрес эшкәртмәләре, дәрестән тыш саралар сценарийҙары урын алды. М.Ғ.Рәхимов ауыл өсөн төҙөткән социаль объекттарҙы сағылдырған ҡул эштәре айырым биҙәк өҫтәй. Ғөбәйҙулла Рәхимовтың 1959 йылда һалған өйө, "Урал" спорт-һауыҡтырыу комплексы, мәктәп, яугирҙарға бағышланған стела, Рәхимовтар шәжәрәһе уҡыусылар ҡулы менән эшләнде. Мортаза Ғөбәйҙулла улының шәхси ҡултамғаһы ҡуйылған китап та мәктәп өсөн ҡәҙерле бүләк. Ошондай бай күргәҙмә ярҙамында уҡыусылар тағы ла күберәк мәғлүмәт ала", - тип яҙалар Тәүәкән мәктәбенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә.
Фотолар: vk.com.