+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
8 Февраль 2024, 07:06

“Күсимовсылар, алға!”

Мәктәптәрҙе инициатив бюджетлау проекты айҡанлы гимназиябыҙҙа эш әүҙем башланды. Уҡыусылар “Химия лабораторияһы”, “Балалар һәм үҫмерҙәр инициативаһын тормошҡа ашырыу”, “Уйын майҙансыҡтарын яңыртыу”, “Туризмды үҫтереү”, “Кусимовсылар, алға!” тип аталған эштәрен тәҡдим итте.

“Күсимовсылар, алға”“Күсимовсылар, алға”
“Күсимовсылар, алға”

“Кусимовсылар, алға!” проекты балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, күпселек тауыш йыйҙы. Уның ярҙамында “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” кабинетына электрон тир, автомат макеттары, уҡыу гранаталары, патрондары, электрон манекен, костюмдар алыу күҙ уңында тотола.

Был уҡыусыларға киләсәктә хәрби бурыстарын үтәгәндә ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, электрон манекен тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнеү өсөн кәрәк. Ысынлап та, проект бик актуаль. Һәр уҡыусы уның мөһимлеген аңлап, үҙ тауышын бирҙе. “Кусимовсылар, алға!” легендар геройыбыҙ Таһир Кусимов рухына мәҙхиә булып яңғыраһын!

Фәниә КАЙНИЕВА,

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның

башҡорт теле уҡытыусыһы.

Әбйәлил районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас