+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
12 Февраль , 19:00

Геоүҙәк хаҡында хыялланабыҙ

Беҙҙең Әмзә ауылы мәктәбе уҡыусылары инициатив бюджетлау конкурсында ҡатнаша. Бының өсөн тәүҙә балаларҙан “Мәктәпкә нимәләр кәрәк?” тигән һорауға яуап алынды. Артабан актив төркөм проекттарҙы әҙерләү буйынса эш башланы.

Геоүҙәк хаҡында хыялланабыҙ
Геоүҙәк хаҡында хыялланабыҙ

Шулай итеп, 5 проект барлыҡҡа килде: “Хәүефһеҙ мәктәп”, “Сиктәрҙе киңәйтеп” геоүҙәге”, “Теннис зонаһы”, “Мәктәп телевидениеһы”, “Театр донъяһы”.

Дөйөм мәктәп йыйылышында һәр команда үҙенең тәҡдимен яҡлап сыҡты, уның әһәмиәтен, маҡсат-бурыстарын билдәләне. Балаларҙың һайлауы һөҙөмтәһендә геоүҙәк проекты еңеүсе тип табылды. Ул республика этабында ҡатнашасаҡ. Уҡыусыларға еңеү теләйбеҙ!

Әлиә ПЕКТАЕВА,

тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе.

Нефтекама ҡалаһы ҡала округының Әмзә мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: