+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
13 Февраль 2024, 05:00

Маҡсатыбыҙ – еңеү яулау!

Башҡортостанда иғлан ителгән уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау проектында беҙ тағы ла ҡатнашырға ҡарар иттек. Үткән уҡыу йылында еңеү яулап, уҡыу кабинеттарына интерактив панелдәр алыуға өлгәшгәйнек бит.

Маҡсатыбыҙ – еңеү яулау!Маҡсатыбыҙ – еңеү яулау!
Маҡсатыбыҙ – еңеү яулау!

Бәйгенең шарттарына ярашлы, уҡыусылар мәктәпте төҙөкләндереү, матди-техник базаһын яңыртыу маҡсатында биш төрлө проект әҙерләп, йыйылышта ҡатнашыусылар хөкөмөнә сығарҙы.

Проекттарҙы презентациялау бик сағыу һәм әүҙем барҙы. Конкурсанттар үҙ эштәрен ышаныслы яҡланы. “Заманса уҡытыусылар бүлмәһе”, “Уҡыусылар өсөн ял урыны”, “Мәктәп йөрәге – китапхана”, “Хәтерҙә! Ғорурланам!” заманса музейы”, “Йәнтөйәк” дәүләт теле кабинеты” тигән ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк идеялар тәҡдим ителде. Иң күп тауыш менән дәүләт теле кабинеты хаҡындағы проект еңеп сыҡты. Ул республика кимәлендәге конкурста ҡатнашасаҡ. Уҡыусыларға ихлас күңелдән еңеп сығыуҙарын теләйбеҙ.

 

Рита ЗИННӘТОВА,

Ҡырҙас мәктәбе уҡыусыһы.

Әбйәлил районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас