Конкурста еңеүселәр үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан субсидиялар аласаҡ.
Баш ҡаланың Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһы уҡыусылары ла бәйгелә ҡатнашыу өсөн үҙҙәренең башланғыстарын тәҡдим итә. Тәү сиратта гимназистар дәрестән тыш саралар үткәреү һәм тәнәфестәрҙә уңайлы ял итеү өсөн майҙансыҡ булдырырға теләй. Мәҫәлән, унда өҫтәл теннисы менән шөғөлләнеү өсөн урын булһа, бик шәп булыр ине! Йәнә гимназия базаһында предуниверсарий булдырыу буйынса ла проекттары бар уҡыусыларҙың.
Әлеге ваҡытта балалар дөйөм йыйылышҡа әҙерләнә. Унда тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса бер проект һайланасаҡ һәм конкурсҡа ебәреләсәк.