+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
14 Февраль 2024, 11:00

"Воркаут зонаһы" еңде

Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә яҡшы шарттар булдырырға мөмкинлектәр бихисап. Йылайыр районы Юлдыбай мәктәбендә белем алыусылар уҡыусылар инициативаһын бюджетлау программаһында ҡатнашырға ихлас теләк белдерҙе.

Проекттар әҙерләү өсөн инициатив төркөм булдырылды. Улар үҙҙәренең 5 идеяһын тәҡдим итте: “Мәктәп музейы”, “Мәктәп телевидениеһы”, “Ял итеү зонаһы”, “Йондоҙло күк” планетарийы”, “Воркаут зонаһы”. Иң күп тауыш йыйып, һуңғы проект еңеп сыҡты.

Воркаут зонаһын асыҡ һауала –стадионда ҡуйыу планлаштырыла. Унда резиналы түшәм, турниктар, эскәмйәләр, төрлө тренажёрҙар, ГТО тапшырыу өсөн спорт комплексы инә. Был зона киләсәктә балаларҙы физик яктан үҫтереү, спортҡа ҡарата һөйөү тыуҙырыу өсөн ҡулайлы урын буласаҡ.

Проектты конкурсҡа әҙерләгән уҡыусыларға тик уңыштар теләйбеҙ.

Фирҙәүес ҠАШҠАРОВА,

Юлдыбай мәктәбе уҡытыусыһы.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас