+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
15 Февраль , 20:00

Бианки донъяһына сәйәхәт

Совет яҙыусыһы, балалар өсөн күп әҫәрҙәр авторы, орнитолог, педагог һәм журналист Виталий Валентинович Бианкиҙың тыуыуына – 130 йыл.

Бианки донъяһына сәйәхәт
Бианки донъяһына сәйәхәт

Ошо айҡанлы Өфө ҡалаһының 108-се мәктәбендә күңелле дәрес үтте. Уны III “В” синыфы етәксеһе Рәсилә Мәрүән ҡыҙы Ғилфанова ойошторҙо. Балалар Бианки тыуҙырған ғәжәйеп донъяға сәйәхәткә килеп сыҡҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалды. Мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғалар, мажараларҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән геройҙар менән таныштылар. Өсөнсөләр төрлө әҫәрҙәр уҡып һәм тыңлап ҡына ҡалманы, уйындарҙа ҡатнашты һәм иң оҡшаған геройҙың портретын төшөрҙө.

Бианки яҙыусы ғына түгел, ә һүҙ тылсымсыһы ла шул. Яҙмалары үҙенә тартып тора. Ҡыҙыҡлы һүрәтләүҙәр аша балалар мөһим тормош һабаҡтарын өйрәнә. Дәрес онотолмаҫлыҡ булды!

Бианки донъяһына сәйәхәт
Бианки донъяһына сәйәхәт
Бианки донъяһына сәйәхәт
Бианки донъяһына сәйәхәт
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: