+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
15 Февраль , 14:00

Ветеран килде

Бөгөн – совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө. Был иҫтәлекле датаға 35 йыл да үтеп киткән. 108-се мәктәп коллективы һәм балалар ошо яуҙа башын һалған элекке уҡыусыларын онотмай.

Ветеран килде
Ветеран килде

Олег Завильевич Латыпов (1961) 1979 йылда әрме хеҙмәтенә алына. Афғанстанға 1980 йылда эләгә. Шул уҡ йылдың 20 декабрендә Кандагар провинцияһында барған алышта һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Валерий Геннадьевич Андреев (1968) Афғанстан биләмәһендә 1986 йылдың октябренән алып була. Күп батырлыҡтар күрһәтә. 1987 йылда хәрби задание ваҡытында ҡаты ауырыуға дусар була һәм мәңгелеккә күҙҙәрен йома.

Геройҙарҙы иҫкә алып, уҡыусылар таҡтаташ алдына сәскә һалды.

Был алыштарҙа ҡатнашҡан күп ветерандарыбыҙ иҫән-һау, Аллаға шөкөр. Уҡыусылар менән осрашыуға Вадим Ғәлимулла улы Шәйәхмәтов килде. Сара ысын мәғәнәһендә тулҡынландырғыс һәм илһамландырғыс булды. Вадим Ғәлимулла улы шанлы замандарҙы хәтеренә төшөрҙө. Балалар илебеҙҙе һаҡлау һәм яҡлауҙың мөһимлеген, ысын патриоттың кемлеген аңланы.

Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡунаҡҡа батырлығы, илгә тоғролоғо һәм Ватанға һөйөүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыу беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге ҡаласаҡ, ти улар.

 

Ветеран килде
Ветеран килде
Ветеран килде
Ветеран килде
Ветеран килде
Ветеран килде
Ветеран килде
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: