+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
19 Февраль , 15:43

Лаборатория кәрәк

Хәҙерге ваҡытта мәктәптә яҡшы шарттар булдырыу өсөн мөмкинлектәр бихисап. Шуларҙың береһе – уҡыусылар инициативаһын бюджетлау программаһы. Уңыш йылмайһа, Кушнаренко ауылының 1-се мәктәбендә “Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы” булдырыласаҡ.

Лаборатория кәрәк
Лаборатория кәрәк

Тәүҙә уҡыусыларҙан торған инициатив төркөмдәр булдырылды, улар проекттарын яҡланы. Һуңынан асыҡ һайлау ойошторолдо. Тауыштарҙың күпселеген “Тәбиғәт фәндәре лабораторияһы” проекты йыйҙы. Хәҙер инде уҡыусылар документтарҙы әҙерләү буйынса эш алып бара. Уңыштар уларға!

Айгөл МӨХӘМӘТЙӘНОВА.

Кушнаренко ауылы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: