+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
19 Февраль , 17:00

Мәктәп уҡыусыларынан – идея, республиканан – ярҙам!

Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау проекты буйынса документтар йыйыу башланды. Инициатив төркөм 6 төрлө идея тәҡдим итте һәм уларҙы яҡланы. Тауыш биреүҙә “Мастерок” технология кабинеты” проекты еңеү яуланы һәм республика этабында ҡатнашыу хоҡуғы алды.

Мәктәп уҡыусыларынан – идея, республиканан – ярҙам!
Мәктәп уҡыусыларынан – идея, республиканан – ярҙам!

Проектты уҡыусылар әҙерләһә лә, төп документ эше, әлбиттә, уҡытыусыларҙың яуаплылығында. Уҡытыусыларҙан торған төркөм конкурс өсөн документтар әҙерләй башланы ла инде. Барыбыҙға ла уңыштар!

Земфира ХӘЛИМОВА,

проект етәксеһе.

Әбйәлил районы,

Буранғол ауылы.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: