+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
20 Февраль , 18:00

Эльвина Мәхмүтова командаһы еңде

Мәктәп инфраструктураһын яҡшыртыуға йүнәлтелгән биш проект әҙерләнде: «Мәктәп мультимедиа үҙәге», «Ял итеү бүлмәһе», «Спорт-илһөйәрлек клубы», «Интерактив музей» һәм «Спорт майҙансығы». Улар­ҙы дөйөм йыйылышта тикшерҙек.

Эльвина Мәхмүтова командаһы еңде
Эльвина Мәхмүтова командаһы еңде

Беҙ – Эльвина Мәхмүтова, Рәсим Асҡаров, Рәлиф Мөхәмәтйәнов, Шәһит Боҫҡонов һәм мин үҙебеҙҙең инициатив төркөм исеменән сығыш яһаныҡ. Бөтә проекттар ҙа йылы ҡабул ителде. Шулай ҙа күпселек Эльвина Мәхмүтова етәкселегендәге команда әҙерләгән «Мәктәп мультимедиа үҙәге» проектын хупланы. Уларға уңыштар теләйбеҙ.

Гөлмирә НАРЫНБАЕВА,
VIII cиныф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: