+12 °С
Ясно
VKOKМакс
Беҙҙең мәктәптә
21 Февраля 2024, 13:00

Дуҫлашып та өлгөрҙөк

Хәҙерге ваҡытта мәктәптәрҙә интернет-технологиялар киң ҡулланыла. Телекүпер ярҙамында төрлө тарафтарҙағы белем усаҡтарында уҡыусылар менән аралашыу ҙа матур йолаға әйләнгән. Яңыраҡ беҙҙең VII «Б» синыфы Силәбе өлкәһенең «Привилегия» лицейы менән дистанцион уйын ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дуҫлашып та өлгөрҙөкДуҫлашып та өлгөрҙөк
Дуҫлашып та өлгөрҙөк

«Сәғәт» темаһына арналған бәйге бик ҡыҙыҡлы барҙы. Командалар «Киләсәк сәғәте»н һүрәткә төшөрҙө, кроссворд систе. Ике яҡҡа ла бәйге бик оҡшаны.
Уҡыусылар бер-береһе менән йылы аралашып, дуҫлашып та өлгөрҙө.

З. ҒӘБДЕЛМӘНОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас