+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең мәктәптә
26 Февраль , 14:32

Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ

Синыфыбыҙҙа барлығы егерме бер уҡыусы. Гимназиябыҙға район үҙәге Талбазынан тыш тағы ла ете ауылдан килеп белем алалар. Интернатта йәшәп уҡығандар ҙа бар.

Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ
Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ

Беҙҙең синыф татыу, уңған, дуҫ һәм әүҙем булыуы менән айырылып тора. Синыф етәксебеҙ – физкультура уҡытыусыһы Урал Нил улы Йәлилов тырыш, өлгөр, берҙәм булырға, спортты яратырға өйрәтә. Командирыбыҙ Әлиә Ғәлиева беҙҙе бергә туп­лай белә. Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер ул. Беренсе синыфтан уҡ «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Гимназия, район, республика конкурстарында, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Уны барыбыҙ ҙа хөрмәт итәбеҙ.
Һәр ҡайһыбыҙ нимәгәлер маһир. Төрлө түңәрәктәрҙә, секцияларҙа, музыка мәктәбендә лә шөғөлләнәбеҙ.
Илнар һәм Таһир Йәғәфәровтар, Радим Ибәтуллин, Ислам Әлмөхәмә­тов, Раян Әхмәтов кеүек көрәшсе егеттәребеҙ бар. Улар аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәгә йөрөй. Илнар менән Радим республика кимәлендә призлы урындар ҙа алып ҡыуандыр­ҙы.
«Нәфис һүҙ оҫтаһы» ижади берләш­мәһендә, «Театр» түңәрәгендә шөғөлләнгән синыфташтарым Снежанна Брагина, Нәркәс Вәлитова, Илһөйәр Һатлыҡова, Ислам Әлмөхәмәтов, Зөлфиә Ғибәҙуллина, Әлиә Ғәлиева, Раян Әхмәтов, Айгиз Мәүлетов һәм мин төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашып торабыҙ. Уҙған йылда Снежанна менән «Аманат» журналы, «Йәншишмә» гәзите уҙғарған шиғыр һөйләүселәр бәйге­һендә еңеп сыҡтыҡ. Ә был уҡыу йылында районыбыҙҙа Рәшит Назаровтың тыуған көнө уңайынан үткәрелгән «Бөтә ғаләм – ҡәләм осонда» конкурсында Әлиә менән Илһөйәр призёр булды. Нәркәс Башҡорт теле көнөнә арнап уҙғарылған төбәк-ара «Атам теле! Әсәм теле! Минең телем!» шиғыр һөйләүселәрҙең онлайн-конкурсында икенсе урын алды.
Синыфыбыҙҙа матур һүрәт төшөрөүселәр күп. Улар «Аманат» журналының «Мин донъяны һүрәтләйем» конкурсында әүҙем ҡатнашып тора. «Аҡбуҙат» журналы менән берлектә уҙғарылған I республика асыҡ һүрәттәр бәйгеһендә Зөлфиә менән Нәркәс иң-иңе булып танылды.
Искәндәр Мөхәмәтшин районыбыҙҙың Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбендә теләп шөғөлләнә. Ул гимназиябыҙҙың өлгөлө «Дуҫлыҡ» ҡурай ансамбле менән төрлө республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып призлы урындар яулай. Искәндәр уҡ атыу менән дә ҡыҙыҡһына.
Спорт менән дә дуҫбыҙ. Синыфыбыҙ Бөтә Рәсәй көҙгө кросында икенсе урын алды. Үҙем йыл һайын физкультура буйынса олимпиадала ҡатнашып, районда призёр булам.
Төрлө йыр смотрҙарында ла һынатмайбыҙ. Осрашыуҙар, парадтар, патриотик саралар беҙҙең Шайморатов синыфы ҡатнашлығында уҙа. Һәр ҡайҙа әүҙемлек күрһәтергә тырышабыҙ.
Август айында Шайморатов синыфтары өсөн профилле лагерҙа Дарина Липова, Илһөйәр, Айгиз, Ислам менән бергәләп ял итеп, төрлө спорт ярыштарында, интеллектуаль уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, дәрт, көс алып ҡайттыҡ.
Шулай уҡ «Йәйге Шайморатов уйындары»нда көсөбөҙҙө һынаныҡ. Унда Әлиә, Илһөйәр, Нәркәс, Айгиз, Таһир, Илнар һәм мин барҙым. Синыф етәксебеҙ Урал Нил улы менән Өфө ҡалаһының төрлө билдәле музейҙарында, иҫтәлекле урындарында ла булып өлгөрҙөк.
Ә яңыраҡ Илнар һәм Радим көрәш буйынса Баш­ҡортостан Республикаһы беренселегендә өсөнсө урын алып, тренерҙары Булат Мирғәли улын һөйөндөрҙө.
13 февралдә Зөлфиә Өфө ҡалаһына бөйөк яҡташ шағирыбыҙ Рәшит Назаров шиғырҙары буйынса үткәрелгән республика һүрәт төшөрөүселәр бәйгеһенең йом­ғаҡлау тантанаһына барып ҡайтты. Беренсе урын алған бит ул! Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Тамыр» каналдарына интервью ла биргән синыфташыбыҙ.
Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ. Көслөләр, ҡыйыу-ҙар, илһөйәрҙәр булып үҫербеҙ әле!

Карина ҒИЗӘТУЛЛИНА,
VI Шайморатов синыфы уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ
Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ
Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ
Шайморатовсы исемен ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: